Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 60.84 ↓

25 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә федераль оториноларингология үҙәге филиалы асылды

Йәмғиәт

Республика балалар клиник дауаханаһының һәм 21-се ҡала клиник дауаханаһының лор бүлексәләре базаһында «Фәнни-клиник оториноларингология үҙәге»  федераль дәүләт учреждениеһының Өфө филиалы эшләй башланы.

Филиал директоры Әдип Мөҡминов хәбәр итеүенсә, филиалды асыу юғары технологиялы медицина ярҙамын бөтәһе лә ала алһын өсөн эшләнә – хәҙер үҙәктә республика ғына түгел, күрше төбәктәр халҡы ла дауалана аласаҡ. Элек бындай хирургик операциялар Мәскәү һәм Санкт-Петербург клиникаларында ғына үткәрелә инде.

— Беҙҙең үҙәккә насар ишеткән балаларға кохлеар имплантация буйынса операция үткәреүгә 11 квота бүленде, — тине Әдип Сәхиулла улы. – Финанслау федераль бюджет средстволары иҫәбенә башҡарыласаҡ. Был аҙнала республиканан – алты һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән биш балаға операция яһаласаҡ. Пациенттарҙың йәше – ике йәштән биш йәшкә тиклем.

Бөгөн генә Өфө һәм Мәскәү белгестәренән торған врачтар бригадаһы өс операция яһаны.

Кесе йома, 10 декабрҙә, Өфөгә Фәнни-клиник оториноларингология үҙәге директоры Николай Дайхес килеүе көтөлә.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть