Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.37

EUR 63.12

16 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала мал иҫәбе былтырғы кимәлдә

Иҡтисад

Башҡортостанда быйыл ун айҙа бөтә категория хужалыҡтарҙа 2,086 миллион тонна һөт етештерелде. Тереләй ауырлыҡта 293,9 мең тонна мал һәм ҡош-ҡорт һуйылды. Был планлаштырылғандан кәмерәк, әммә былтырғынан күберәк. 2008 йыл күрһәткестәре 3,9 һәм 2,9 процентҡа кәмерәк ине.

БР Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикала ауыл хужалығы малы иҫәбе былтырғы кимәлдә һаҡланды. Мәҫәлән, Башҡортостанда һыйыр малы бер миллион 773,2 мең баш (былтырғынан 0,1 процентҡа күберәк), сусҡалар – 568,4 мең (1,3 процентҡа күберәк), һарыҡ һәм кәзәләр – 940,4 мең (1,1 процентҡа), аттар – 163,5 мең баш (0,9 процентҡа) иҫәпләнә. Ауыл хужалығы ҡош-ҡорто иҫәбе элекке кимәлдә ҡалды – 17 миллионға яҡын.

Башҡортостанда һөт һәм ит етештереүҙе арттырыу, малдың продуктлылығын күтәреү өсөн һөт һәм ит малсылығын үҫтереүҙең тармаҡ маҡсатлы программалары ҡабул ителде. Уларҙы тормошҡа ашырыуға 2009 йылда төрлө кимәлдәрҙәге бюджеттарҙан 1,38 миллиард һум аҡса бүленде. Декабрь башына 570 миллион һум федераль средстволар һәм 307 миллион һум республика аҡсаһы үҙләштерелде.

Был ресурстарға өлгәшеү өсөн ҡайһы бер талаптарҙы үтәү зарур. Атап әйткәндә, һөт етештереүҙе уҙған йыл кимәленә ҡарата ете процентҡа үҫтереүҙе тәьмин итергә, мал һуйыуҙы кәмендә 2,9 процентҡа арттырырға кәрәк. Һөҙөмтәләр бөтә категория хужалыҡтар буйынса алына. Башҡа мөһим параметрҙар иҫәбендә – һыйыр малы иҫәбен тотороҡландырыу һәм арттырыу, ит һәм ҡатнаш тоҡом һыйыр малы иҫәбен арттырыу, һимертеү майҙансыҡтары һәм төркөмдәре булдырыу, 100 һыйырҙан 81 быҙау иҫәбендә үрсем алыу.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть