2 декабрь, Йома

07 декабрь 2009 йыл, 14:41

Республика рәсми делегацияһы Австрияға һәм Германияға барасаҡ

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов етәкселегендә республиканың рәсми делегацияһы 7 декабрҙән 9-ына тиклем өс көнлөк сәфәр менән Австрияға һәм Германияға барасаҡ. Рәсми делегация составында — БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин, Башҡортостан Республикаһының Австрия Республикаһындағы вәкиле Вадим Плетнев.

7 декабрҙә Австрия баш ҡалаһы Венала Башҡортостан Президенты БМО-ның сәнәғәт үҫеше буйынса Генераль конференцияһының (ЮНИДО) 13-сө сессияһы эшендә ҡатнашасаҡ. Конференцияла ҡатнашыусылар — ойошманың 173 дәүләт-ағзаһы вәкилдәре — халыҡ-ара финанс-иҡтисади көрсөк менән бәйле донъялағы хәлде тикшерәсәк, үҫешеүсе илдәргә һөҙөмтәле ярҙам юлдарын билдәләйәсәк, яҡындағы дүрт йылға ғәмәлдәр программаһын һәм бюджетты ҡабул итәсәк, ЮНИДО етәкселеген тәғәйенләйәсәк.

Бынан тыш, Венала Мортаза Рәхимов республиканың тышҡы иҡтисади партнерҙары һәм Австриянан инвесторҙар менән эшлекле осрашыуҙар һәм һөйләшеүҙәр үткәрәсәк.

8 декабрҙә Башҡортостан Президенты Германияға барасаҡ. Атап әйткәндә, Лемфёрд ҡалаһында Мортаза Рәхимов аҙ ҡатлы йорттар етештереү буйынса «Эластогран» предприятиеһы эшмәкәрлеге менән танышасаҡ. Ошонда уҡ республика башлығы завод менеджменты менән һөйләшеүҙәр алып барасаҡ, предприятие технологиялары презентацияһы үткәреләсәк.

Шул уҡ көндө Австрияла Мортаза Рәхимов энергияны һаҡлаусы технологиялар файҙаланып йорттар һалыу ысулдары менән танышырға ниәтләй.

9 декабрҙә Венала Башҡортостан Президенты Рәсәй Федерацияһының Австриялағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Станислав Осадчий менән һөйләшеүҙәр үткәрәсәк.