10 декабрь, Шәмбе

07 декабрь 2009 йыл, 14:17

Башҡортостанда быйыл 308 һуғыш ветераны торлаҡ менән тәьмин ителде

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостанда йыл башынан  2005 йылдың 1 мартына тиклем иҫәпкә торған  308 Бөйөк ватан һуғыш ветераны  һәм инвалиды торлаҡ менән тәьмин ителде. Тағы ла 122 ветеранға торлаҡ  һатып алыу өсөн субсидия бирелеү тураһында танытма тапшырылды.

Әле БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы  2005 йылдың беренсе мартынан һуң иҫәпкә тороусы ветерандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса эш алып бара. Рәсәй Президенты Дмитрий  Медведев Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә тап ошондай бурыс ҡуйҙы. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж һуғыш  ветерандарының һәм  һәләк булған (үлгән) Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың һәм инвалидтарҙың ғаилә  ағзаларының аныҡланған исемлеге бөгөнгө көндә Рәсәй Төбәктәре үҫеше министрлығына ебәрелгән. Бөгөн был исемлеккә 333 һуғыш ветераны индерелгән.

темалар: Социаль яҡлау