7 декабрь, Шаршамбы

07 декабрь 2009 йыл, 13:57

12 декабрҙә Өфөлә беренсе Яңы йыл алды йәрминкәһе үтәсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева

Яңы йыл байрамдары алдынан традицион ауыл хужалығы йәрминкәләре үтәсәк. Беренсе ылауҙар Өфөгә 12 декабрҙә киләсәк. Был юлы ауыл хужалығы етештереүселәре баш ҡалаға һатыу өсөн ит килтерәсәк. Көндәр артыҡ һыуыҡ булмаһа, ассортимент йәшелсә продукцияһы менән тулыландырыласаҡ.

Баш ҡала хакимиәтенең ҡулланыусылар баҙары идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, сауҙа ҡаланың 15 майҙансығында йәйелдереләсәк. Традицион майҙансыҡтарҙы әле боҙ ҡаласыҡтары биләгән, йәрминкәләр уларҙан бер аҙ ситтәрәк урын аласаҡ. Яңы йыл байрамдарына тиклем 6 йәрминкә көнө үткәрергә планлаштырыла. Төп сауҙа шәмбе көнө алып барыласаҡ, йәкшәмбе ҡалған продукция һатыласаҡ.

темалар: сауҙа