3 декабрь, Шәмбе

07 декабрь 2009 йыл, 12:54

Башҡортостанда “Милли матбуғат аҙналығы” үткәрелә

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостанда 7 декабрҙән 13-өнә тиклем “Милли матбуғат аҙналығы” үткәреләсәк. Акцияның төп маҡсаты – милли баҫмаларҙы популярләштереү һәм гәзит-журналдарға яҙылыусыларҙы ылыҡтырыу.

Был акцияны  Мәҙәниәт һәм милли  сәйәсәт министрлығы менән берлектә БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ үҙ ведомствоһындағы киң мәғлүмәт саралары редакцияларын, район һәм ҡала хакимиәттәренең мәҙәниәт бүлектәрен, почта элемтәһе бүлексәләрен, милли-мәҙәни берләшмәләрҙе, ижади коллективтарҙы йәлеп итеп ойоштора.

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, республиканың ваҡытлы матбуғат баҫмалары Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың алты телендә сығарыла:рус, башҡорт, татар, сыуаш, мари һәм удмурт. Акцияла 20-нән ашыу редакция ҡатнашасаҡ. Улар араһында “Башҡортостан”, “Ҡыҙыл таң”, “Йәшлек”, “Өмөт”, “Йәншишмә”, “Киске Өфө”, “Урал сасси”, “Чолман”, “Ошмес”, “Аҙна”, “Атна” гәзиттәре, “Ағиҙел”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Ватандаш”, “Шоңҡар”, “Толпар”, “Аҡбуҙат”, “Башҡортостан уҡытыусыһы”, “Аманат”, “Тамаша”, “Һәнәк” журналдары.

Аҙналыҡ саралары  мәҙәниәт һарайҙарында һәм йорттарында, ауыл клубтарында һәм китапханаларында үтәсәк.

темалар: Матбуғат