3 декабрь, Шәмбе

07 декабрь 2009 йыл, 12:46

Мортаза Рәхимов 5 декабрҙә Мәләүез районында йөрөп ҡайтты

автор: Николай Ермоленко | фото: Нурмөхәмәтов Айрат

Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов шәмбе көнө, 5 декабрҙә, республиканың Мәләүез районында йөрөп ҡайтты. Ул Ергән ауылында Салауат исемендәге ауыл хужалығы кооперативында һәм Мәжит Ғафури исемендәге ҡошсолоҡ комплексында булды.

Салауат исемендәге ауыл хужалығы производство кооперативында президент һыйыр аҙбарын, һауыу залын һәм быҙауҙарҙы һимертеү аҙбарын ҡараны. Малсылыҡ өлкәһендә предприятие һөтсөлөктө үҫтереүгә йүнәлеш алды. Шуға күрә һауын һыйырҙар өсөн малсылыҡ биналары төҙөү һәм реконструкциялау әүҙем алып барыла, тоҡомло юғары һауымлы мал һатып алына. Иң элек, Рәсәйҙең үҙәк райондарынан, башлыса, Вологда өлкәһенән, ҡара-ала тоҡомло һыйырҙар килтерелә. Улар тәүлегенә 20 килограмға тиклем һөт бирә.

Һуңғы йылдарҙа хужалыҡ үҙ средстволары иҫәбенә ике заманса аҙбар төҙөнө, унда һауыу процесына компьютер аша идара итәләр. Президент һауыу залын ҡараны, уның үҙенсәлеге булып һауын ваҡытында инструменталь, классик һәм башҡорт йырҙары көйҙәрен файҙаланыу тора. Был көйҙәр аҫтында һыйырҙар яҡшыраҡ эйә; был асыш Башҡортостанда 5-6 йыл инде файҙаланыла.

«Әлеге ваҡытта беҙҙең предприятие һөт етештереүгә йүнәлеш тотһа ла, беҙ ит производствоһын үҫтереүҙе лә күҙ уңында тотабыҙ, — ти хәбәр итте Салауат исемендәге ауыл хужалығы производство кооперативы рәйесе Сибәғәт Ғәйнуллин. – Рәсәйҙә ул әлегә етерлек үҫешмәгән. Әгәр Европала бөтә һыйыр малының – 50 проценты, ә Америкала – 70 проценты итле булһа, Рәсәйҙә ни бары бер ярым проценты ғына итле мал. Шуға күрә лә ауыл хужалығы производство кооперативын был йүнәлештә үҫтереү өсөн перспективалар ҙур».

Мортаза Рәхимов күргәндәре менән ҡәнәғәт ҡалды һәм Салауат исемендәге ауыл хужалығы производство кооперативы эшсәндәренең пландарын хупланы.

Мәләүез районының күркә ите етештереү менән шөғөлләнеүсе Мәжит Ғафури исемендәге ҡошсолоҡ комплексы – илдә аналогтары  булмаған уникаль предприятие. Бындай ауыл хужалығы предприятиеһы Ростов өлкәһендә генә бар, шуға күрә Башҡортостан комплексы продукцияһы ҙур һорау менән файҙалана. Быға бөгөн Рәсәйгә сит илдәрҙән индерелгән күркә итенең 80 проценты түбән сифатлы булыуы ла булышлыҡ итә. Комплекс ҡош итенән деликатестарға тиклем 30 төр продукция сығара.

Республика башлығы иғтибарын төрөү линияһы, һуйыу һәм итте һаҡлау линияһы йәлеп итте. Төрөү линияһында күптән түгел Германиянан һатып алынған юғары етештереүсәнле «Мультиват» ҡоролмаһы, шулай уҡ «Херманн» фирмаһы ҡоролмалары файҙаланыла. Дөйөм алғанда, бындағы ҡорамалдар Европаның һигеҙ иленән, Американан һәм Израилдән килтерелгән.

«Хәҙерге ваҡытта ҡош-ҡорт өсөн ҡатнаш аҙыҡ Свердловск өлкәһенән һатып алына, — тине генераль директор урынбаҫары Владимир Лысяков. – Ләкин 2010 йылдың беренсе  кварталында уҡ беҙ үҙ элеваторыбыҙҙы эшкә ебәрергә планлаштырабыҙ һәм комплекс талаптарын үҙ аллы тәьмин итәсәкбеҙ».

Һаҡлау линияһы һыуытылған итте 15-20 көнгә тиклем һаҡлау мөмкинлеге бирә. Көн һайын Мәскәүгә генә 12-15 тонна күркә ите оҙатыла. Комплекстың әҙер продукцияһы шулай уҡ Татарстанға, Һамар, Тула, Ырымбур, Свердловск өлкәләренә ебәрелә. Башҡортостанда продукция Мәләүездә, Салауатта, Өфөлә, Күмертауҙа, Благовещенда, Ишембайҙа, Стәрлетамаҡта һатыла.

Комплекс төҙөлөшөнөң икенсе сираты Михайловка һәм Романовка ауылдары зонаһында уны киңәйтеүҙе күҙ уңында тота. Дарьино ауылы эргәһендә һимертеү майҙансыҡтары төҙөү планлаштырыла. 2010 йылдың мартында комплекстың икенсе сиратын сафҡа индергәндән һуң бында булған 29 ҡош аҙбарына тағы 33 өҫтәләсәк, ә ит етештереү  йылына 30 мең тоннаға етәсәк. Эшләүселәр һаны ла ике тапҡырға артасаҡ, бөгөн иһә бында 330-ҙан ашыу кеше эшләй.