4 декабрь, Йәкшәмбе

07 декабрь 2009 йыл, 12:29

Башҡортостан һәм Белорусь Республикаһы араһында хеҙмәттәшлек нығый

автор: Евгений Рәхимҡолов

Рәсәй һәм Белорусь Республикаһы  Союздаш  Дәүләте ойошторолоуына ун йыл тулыуға  арналған Волга буйы федераль округы делегацияһының Белорусь Республикаһына эш сәфәре Башҡортостан һәм Белорусь Республикаһы араһында иҡтисади, мәҙәни һәм фәнни бәйләнештәрҙе нығытты. Был хаҡта  “Башинформ” агентлығына БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин хәбәр итте.

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий  Рапота  етәкселегендәге рәсми делегацияға 20 кеше инде. Улар араһында, беҙҙең республика делегаттарынан тыш, Киров һәм Ырымбур өлкәләре башлыҡтары, шулай уҡ Пенза, Һамар, Нижегород өлкәләре, Сыуаш һәм Татарстан Республикалары вәкилдәре булды.  

Волга буйы федераль округы делегацияһы менән бергә Белорусь Республикаһына округ төбәктәренең иң эре предприятие етәкселәре лә барҙы. Делегация составына  “Өфө”  Халыҡ-ара аэропортының генераль директоры Салауат Ҡотошев, БР Сауҙа–сәнәғәт палатаһының рәйесе Сергей Ефремов, БР Фәндәр академияһы вице-президенты Әсғәт Ғүмәров, “Башҡорт троллейбустар заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры  Сәйет Закиров, “Стәрлетамаҡ Агротехсервисы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең генераль директоры Рәмил Баһаутдинов һәм башҡалар инде.

– Беҙҙең республика вәкилдәре өсөн  Минскиҙа  “Белкомммаш” , трактор  һәм автомобиль заводтары  эшмәкәрлеге менән танышыу һөҙөмтәле булды, – тине Рауил Ибәтуллин. – Трактор һәм трамвай техникаһын етештереү  өлкәһендә  Белорусь менән күптән  инде уртаҡ тел табылған.

Беҙҙең ғалимдар өсөн дә был эш сәфәре һөҙөмтәле булды. Башҡортостан делегацияһы вәкилдәре Башҡортостан Республикаһының  Фәндәр академияһы һәм Белорусь Республикаһының  Милли академияһы араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек  итеү  һәм партнерлыҡ килешеүенә ҡул ҡуйҙы.

Минскиға эш сәфәре сиктәрендә  унда ҡатнашыусылар Белорусь Республикаһының  Милли китапханаһында Волга буйы федераль округтың инновацион ҡеүәте тураһында мәғлүмәт менән  танышты. “Белэкспо” күргәҙмәләр комплексында бәйләнештәр биржаһын тантаналы асыу үтте. Рауил Ибәтуллин һүҙҙәре буйынса, биржа сиктәрендә ҡабул ителгән килешеүгә ярашлы “Өфө” Халыҡ-ара аэропортынан киләһе йыл Беларусь Республикаһы баш ҡалаһы – Минскиға регуляр рейстар асыласаҡ.  Делегация составына ингән “Өфө” Халыҡ-ара аэропорты етәкселеге Беларусь Республикаһы һәм «Белавиа» авиакомпанияһы етәкселеге менән Өфө менән Минск араһында регуляр авиарейстар асыу мөмкинлеге тураһында һөйләшеүҙәр үткәрҙе.

Волга буйы федераль округы делегацияһының Белорусь Республикаһына эш сәфәре сиктәрендә Белорусь Республикаһы Президенты Александр Лукашенко менән осрашыу  мөһим ваҡиғаларҙың береһе булды. Делегация ағзалары шулай уҡ Белорусь Республикаһы Премьер–министры Сергей Федорский менән дә осрашты.

– Рәсәй кеүек ҡеүәтле сеймал базаһы булмағанға күрә, бөгөн  Белорусь Республикаһы  яңы технологияларҙы үҫтереүгә төп баҫым яһай, – тине Рауил Ибәтуллин. – Иҡтисад тармағында инновациялар айырыуса уңышлы индерелә. Уларҙы  беҙҙең республикала  ҡуллана аласаҡ.

Киләһе йылдың ғинуарында Белорусь Республикаһы делегацияһының беҙҙең республикаға килеүе көтөлә. Делегацияны  Белорусь Республикаһының Архитектура һәм төҙөлөш министры Александр Селезнев етәкләйәсәк