9 декабрь, Йома

07 декабрь 2009 йыл, 10:47

Башҡортостан вәкилдәре төбәк-ара ислам мәҙәниәте конкурсында ҡатнашты

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостандың момолман дине вәкилдәре Пермдә “Мосолман донъяһы” Беренсе ислам мәҙәниәте форумында ҡатнашты. Был сара илебеҙҙең төрлө төбәктәре мосолмандары араһында матди һәм дини мәҙәниәт өлкәһендә тәжрибә, белем һәм ҡаҙаныштар менән уртаҡлашыу маҡсатында тәүге тапҡыр ойошторолдо.

Республикабыҙ вәкилдәренән тыш, форумға Татарстандан, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Свердловск, Ырымбур, Киров, Төмән өлкәләренән, шулай уҡ Үзбәкстандан да мосолмандар килде.

Форум сиктәрендә Пермь крайы татарҙары һәм башҡорттары көндәре, Уралда ислам тарихы буйынса конференциялар, милли кейем конкурсы, Рәсәй мосолман Диниә назараттары слеты үткәрелде. Шулай уҡ мосолман йәрминкәһе ойошторолдо, унда ислам уҡыу йорттары, хаж ойоштороусы турфирмалар, хәләл аҙыҡ-түлек етештереүселәр ҡатнашты.

Махсус рәүештә Төмәндән форумға ислам реликвияларының береһе — Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең һаҡалынан бер бөртөк сәс килтерелде. Уны илебеҙгә XIX быуатта Ғәрәбстандан сауҙагәр Ниғмәтулла Ҡармышаҡов килтергән. Был өс сантиметр оҙонлоғондағы сәс бөртөгө көмөш колбаға һалынған һәм Төмән тыуған яҡты өйрәнеү музейына һаҡлауға ебәрелгән. Ғәрәбстандан килтерелгәндән алып әлеге көнгә тиклем ул әле бер тапҡыр ҙа Төмән өлкәһенән ситкә сығарылмаған булған.

Әлеге ваҡытта донъяла пәйғәмбәрҙең ошондай биш бөртөк сәсе иҫәпләнә. Уларҙың икәүһе – Истанбулда Топкапы һарайында Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең әйберҙәре менән бергә, береһе – Һиндостанда Шринагар ҡалаһында, тағы икәүһе Өфөлә һаҡлана.

темалар: дин