Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Бөгөн Рәсәйҙә матәм көнө

Сәйәсәт

Рәсәй Президенты Дмитрий  Медведев 7 декабрҙе Пермь фажиғәһендә һәләк булыусылар буйынса  Бөтә Рәсәй матәм көнө тип иғлан итте.

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ,  Пермь ҡалаһындағы ҡот осҡос янғын үткән шәмбе сыҡты. Алдан фаразлауҙар буйынса, янғындың сәбәбе -  ябыҡ бинала пиротехника ҡулланыуҙың ябай ҡағиҙәләрен боҙоу. Һөҙөмтәлә йөҙҙән ашыу кеше һәләк булды, ауыр йәрәхәттәр алыусылар һаны бихисап.

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов  Пермь ҡалаһының төнгө клубында янғын сығыу сәбәпле Пермь крайы губернаторы Олег Чиркуновҡа ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһы ебәрҙе.

“Башҡортостан халҡын Пермдәге фажиғә — төнгө клубта сыҡҡан янғын арҡаһында кешеләрҙең һәләк булыуы  тураһындағы  хәбәр — тетрәндерҙе. Крайҙа йәшәүселәрҙең барыһының да, һәләк булыусыларҙың яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ”, — тиелә  Мортаза Рәхимовтың телеграммаһында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть