7 декабрь, Шаршамбы

07 декабрь 2009 йыл, 10:02

Альбир Крганов: Рәсәй мосолмандарының «алтын фонды» Өфөлә тупланһын

автор: Евгений Рәхимҡолов

Сыуаш Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, мөфти Альбир Крганов Рәсәй мосолмандарының «алтын фондын» Өфөгә ҡайтарырға тәҡдим индерҙе.

—Ислам Урта Волга буйына һәм Уралға үтеп ингәндән алып 11 быуаттан ашыу ваҡыт дауамында илебеҙҙең был өлөшөндә ғәрәп, фарсы, ә һуңынан татар һәм башҡорт телдәрендә китаптар күренә башлай, — тине ул. – 220 йыл элек Өфө илебеҙ мосолмандарының дини үҙәге булып танылғас, боронғо китаптарҙың күп өлөшө ошо ҡалала туплана һәм Ырымбур мосолман диниә йыйылышына һаҡлауға тапшырыла.

Әммә һуңынан совет дәүерендә быуаттар буйына тупланған был мәҙәни мираҫтың бер өлөшө юҡ ителә, ә бер өлөшө Өфөнән сығарыла. Бөгөн, Альбир Крганов фекеренсә, Рәсәй мосолмандарының был «алтын фондын» ҡайтанан Өфөлә тупларға кәрәк:

— Илебеҙҙең ислам динен тотоусылар йәшәгән күп төбәктәрендә боронғо китаптар һаҡланып ҡалған. Был мираҫ таралып ятмаһын, ә бер урында һаҡланһын өсөн, уларҙы элекке урынында йыйырға кәрәк.

темалар: дин