Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Байрамдарҙа нисек ял итәбеҙ?

Йәмғиәт

24 декабрь — Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө иҫтәлекле дата тип билдәләнә һәм эш көнө булып тора.

Ғинуарҙа биш көнлөк эш аҙнаһында Башҡортостан Республикаһында байрам көндәренә бәйле 2010 йылдың 1 — 10 ғинуары байрамдар булып тора.

2009 йылдың 2 декабрендәге “Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр, һөнәри байрамдар һәм башҡа мөһим даталар тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законының 1 һәм 3-сө статьяларына үҙгәрештәр индереү хаҡында” 186-з һанлы Башҡортостан Республикаһы Законына ярашлы, 24 декабрь — Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө иҫтәлекле дата тип билдәләнә һәм эш көнө булып тора.

Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы, 1, 2, 3, 4 һәм 5 ғинуар — Яңы йыл каникулдары, 7 ғинуар — Христос Раштыуаһы — ял һәм байрам көндәре булып тора.

2010 йылда 2 һәм 3 ғинуарҙағы байрам көндәре ял көндәренә тура килә. Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы, ял һәм байрам көндәре тап килгән осраҡта ял көнө байрамдан һуң килгән эш көнөнә күсерелә. Тимәк, ял көндәре шәмбе 2 ғинуарҙан һәм йәкшәмбе 3 ғинуарҙан 2010 йылдың 6 һәм 8 ғинуарына күсерелә.

Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһы нигеҙендә йыллыҡ төп йәки йыллыҡ өҫтәмә түләүле отпуск  биргәндә 1, 2, 3, 4, 5 һәм 7 ғинуарҙағы ял һәм байрам көндәре отпускының календарь көндәренә индерелмәй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть