2 декабрь, Йома

04 декабрь 2009 йыл, 17:55

Минск яҡынаясаҡ

автор: Любовь Колоколова

«Өфө» Халыҡ-ара аэропортынан киләһе йыл Беларусь Республикаһы баш ҡалаһы – Минскиға регуляр рейстар асыласаҡ. Был турала килешеүгә 1-3 декабрҙә Волга буйы федераль округының иҡтисади миссияһы составында Башҡортостан делегацияһының Белоруссияға сәфәре барышында өлгәшелде.

Делегация составына ингән “Өфө” Халыҡ-ара аэропорты етәкселеге Беларусь Республикаһы һәм «Белавиа» авиакомпанияһы етәкселеге менән Өфө менән Минск араһында регуляр авиарейстар асыу мөмкинлеге тураһында сираттағы һөйләшеүҙәр үткәрҙе. Был мәсьәлә буйынса ыңғай ҡарар алынды.

“Өфө” Халыҡ-ара аэропортының генераль директоры Салауат Ҡотошев хәбәр итеүенсә, осоштар аҙнаһына өс тапҡыр яһаласаҡ. Осоштар программаһын тәғәйен хәл итеү алда тора әле.