Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

23 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан журналистары – “АГРО - СМИ-2009” призерҙары

Иҡтисад

Бөгөн Мәскәүҙә “АГРО-СМИ-2009”   Бөтә Рәсәй  фестивале  лауреаттарын һәм дипломанттарын бүләкләү тантанаһы булып уҙҙы. Конкурс   Рәсәй ауылдары һәм агросәнәғәт комплексы мәсьәләләрен яҡтыртыусы журналистар һәм киң мәғлүмәт сараларының  иң мәртәбәлеләренән иҫәпләнә. Уның ойоштороусылары –    Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы һәм  Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ менән берлектә “Рәсәй аграр  хәрәкәте”.

Быйылғы фестивалдә Рәсәйҙең 68 төбәгенән  600 өлкә һәм район  редакциялары, шулай уҡ  журналистарҙың 830  ижади эше ҡатнашты.

БР Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, өлкө һәм район киң мәғлүмәт саралары конкурсында Мәләүез районының “Путь Октября” гәзите призер булды. Бүләкләнеүселәр исемлегендә –  “Башҡортостан” телерадиокампанияһы журналисы Булат Ураҙбаев, “Сельские узоры” журналының баш мөхәррир урынбаҫары Алмаз Ғәлимов, “Буздякские новости” гәзите журналисы Радик Ғиззәтуллин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть