3 декабрь, Шәмбе

04 декабрь 2009 йыл, 17:12

Суд приставтары хеҙмәте «Закон көсө — уның үтәлешендә» конкурсын үткәрә

автор: Елена Макушина

Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы ведомство эшмәкәрлегенә арналған сираттағы журналист эштәре конкурсын үткәрә.

Ижади ярышта еңеүселәр һәм призерҙар биш номинация буйынса билдәләнәсәк: «Телевизион материал», «Радиоматериал», «Баҫма матбуғат», «Электрон киң мәғлүмәт саралары» һәм «Социаль реклама».

«Закон көсө — уның үтәлешендә» конкурсында ҡатнашыу өсөн редакциялар һәм авторҙар иркен формала тултырылған заявкаларын һәм эштәрен түбәндәге адрес буйынса ебәрергә тейеш: Өфө, Цюрупа урамы, 95, 2-се ҡат, 214-се кабинет (матбуғат хеҙмәте).