Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Өфөлә киләһе ял көндәре Фәйзи Ғәсҡәров исемендәге халыҡ бейеүе ансамбленең ике концерты үтәсәк

Йәмғиәт

Өфөлә  киләһе ял көндәре Фәйзи Ғәсҡәров исемендәге  дәүләт академия халыҡ  бейеүе ансамбле артистары ике концерт менән сығыш яһаясаҡ. Коллективтың 70 йыллығына  арналған  концерттар Конгресс-холлдың Концерт залында үтәсәк.

Ансамблдең байрамса  программаһына күп милләтле Башҡортостандың  һәм донья мәҙәниәтен сағылдырған бейеүҙәр индерелгән. Тамашасыларға “Биҙрәләр менән боронғо башҡорт бейеүе”, “Ете ҡыҙ”, “Бөркөтстан”, “Сәскә ат, Башҡортостаным!” , “Башҡортостан йәшлеге” , Хәшим Мостаевтың “Шаян ҡыҙҙар” кеүек хореографик композицияларын, молдаван, татар, рус, ҡалмыҡ, белорус халыҡтарының бейеүҙәрен  ҡарарға мөмкин буласаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, күптән түгел танылған ансамбль Мәскәү ҡалаһында гастролдәрҙә йөрөп ҡайтты. Петр Чайковский исемендәге концерт залында уҙған  юбилей байрамында  Рәсәй   Федерацияһы мәҙәниәт министры Александр Авдеев ҡатнашты.

Был көндө республика бейеүселәрен  юбилей менән Игорь Моисеев исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, “Березка” дәүләт хореография ансамбле, М.Е.Пятницкий исемендәге дәүләт академия рус халыҡ хоры, А.В. Александров исемендәге Рәсәй Армияһы  йыр һәм бейеү ансамбле  ҡотланы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть