8 декабрь, Кесе йома

04 декабрь 2009 йыл, 16:43

Профсоюздар федерацияһы тәүге ойошмалар һанын арттыра

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһы төрлө тармаҡтарҙа профсоюз ойошмалары һанын арттырыуға булышлыҡ итә.

БР Профсоюздар федерацияһы матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, “Сауҙа берҙәмлеге” сауҙа хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рескомының, БР Профоюздар федерацияһының республиканың төньяҡ-көнбайыш профсоюз округындағы вәкиле Ферзинат Тимеровтың әүҙем эшләүе арҡаһында Нефтекамала “Аҡсарлаҡ” магазиндар селтәренең тәүге профсоюз ойошмаһы төҙөлдө. Үҙ хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт мәнфәғәттәрен яҡлаясаҡ был тәүге ойошма “Сауҙа берҙәмлеге”нә инде. Ойоштороу йыйылышында профком рәйесе итеп Луиза Мөхәмәтзакирова һайланды.

темалар: профсоюздар