9 декабрь, Йома

04 декабрь 2009 йыл, 16:39

МДУ ректоры Виктор Садовничийға БДУ-ның Маҡтаулы докторы исеме бирелде

автор: Эльмира Сабирова | фото: Андрей Старостин

М.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты ректоры Виктор Садовничий  Башҡорт дәүләт университетының Маҡтаулы докторы булды. Доктор мантияһын һәм дипломды уға БДУ-ның ректоры Мөхәмәт Харрасов тапшырҙы. Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, Өфөлә юғары уҡыу йортоноң 100 йыллығына арналған юбилей саралары бара.

Республиканың баш ҡалаһына байрам сиктәрендә бөтә доньянан хөрмәтле ҡунаҡтар йыйылды, шул иҫәптән М.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты ректоры Виктор Садовничий  ҙа  килде. Академик университеттың акт залында уҙған уҡытыусылар һәм студенттар осрашыуында ҡатнашты.

–  Вуздың 100 йыллыҡ юбилей тантанаһында  ҡатнашыуыма мин бик шатмын,– тине Виктор Садовничий. – Башҡортостан минең өсөн бик яҡын республика, сөнки минең тәүге  аспиранттарым – математиктарым тап Өфө вуздарын тамамлаусылар булды. Улар кандидатлыҡ диссертацияларын уңышлы  яҡланы, ә ҡайһы берҙәре хәҙер –  фән докторҙары. Башҡорт дәүләт университеты ректоры  Мөхәмәт Харрасов та үҙ ваҡытында Мәскәү дәүләт университетын тамамланы, ул хатта функциональ  анализ буйынса минең лекцияларыма ла йөрөнө.

Виктор Антонович,  Рәсәй мәғарифы тарихы Мәскәү дәүләт университетын ойоштороуҙан башланыуын, унан һуң  илебеҙҙең башҡа эре ҡалаларында, шул иҫәптән, Өфөлә вуздар барлыҡҡа килеүен, иҫкә төшөрөп үтте. Башҡортостан Республикаһында юғары белемдең 100 йыллығын МДУ ректоры мөһим  тарихи ваҡиға тип атаны.

Ғалим үҙенең сығышын  фән һәм мәғариф, Берҙәм дәүләт имтиханы, олимпиадалар хәрәкәте мәсьәләләренә арнаны. Һәләтле балалаларға ярҙам итергә, улар өсөн яңы белем үҙәктәре асырға һәм төрлө йүнәлештәр буйынса мөмкин тиклем күберәк олимпиадалар үткәрергә кәрәк, тине Виктор Садовничий.

Берҙәм дәүләт имтиханы тураһында һөйләгәндә, МДУ ректоры фекере буйынса, белемде баһалауҙың яңы системаһы эшләп бөөүҙе талап итә.

темалар: Мәғариф