Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

МДУ ректоры Виктор Садовничий менән осрашыу

Сәйәсәт

4 декабрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Рәсәй ректорҙар союзы президенты, Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты ректоры, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Виктор Садовничий менән эш осрашыуы үткәрҙе. Өфөгә МДУ ректоры Башҡорт дәүләт университетының 100 йыллығына арналған тантаналарҙа ҡатнашыу өсөн килгән.

Осрашыу барышында юғары белем биреү системаһын үҫтереү, Башкортостан уҡыу йорттарының Мәскәү дәүләт университеты менән хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшерелде.

Мортаза Рәхимов, иҡтисад системаһын яңыртыу өсөн юғары профессиональ кадрҙар кәрәк, тип иҫәпләй. Кәрәкле белгестәр әҙерләүҙең перспективалы үҙәктәренең береһе булып, Башҡортостан Президенты фекеренсә, Башҡорт дәүләт университеты тора. Мортаза Рәхимов, хәҙерге шарттарҙа вуздарҙан конкуренцияға һәләтлелек, үҫешеү һәм заман талаптарына яуап биреү оҫталығы талап ителә, тип билдәләне.

— Хәҙер социаль-иҡтисади үҫештең бөтә төп йүнәлештәре буйынса Европа класы белгестәре талап ителә. Тап университет үҙ артынан бөтә мәғариф системаһын алып бара алырлыҡ ҡеүәтле фәнни-мәғариф үҙәге булып торорға тейеш, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Мортаза Рәхимов.

Виктор Садовничий Башҡортостан ғалимдарының, республика юғары уҡыу йорттарының профессор-уҡытыусылар составының бай фәнни тәжрибәһен һәм юғары ғилми ҡаҙаныштар кимәлен билдәләне. Ул шулай уҡ, Башҡорт дәүләт университеты киләсәктә лә илдең төп вуздары статусына эйә булыр, ә уны тамамлаусылар халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтарында талап ителер, тигән ышаныс белдерҙе.

Осрашыуҙа Мортаза Рәхимов Виктор Садовничийға республикаға килгән һәм Башҡорт дәүләт университетының 100 йыллығына арналған сараларҙа ҡатнашҡан өсөн рәхмәт белдерҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть