11 декабрь, Йәкшәмбе

04 декабрь 2009 йыл, 16:09

БР Президенты Мортаза Рәхимов “Владимир Путин менән һөйләшеү. Дауамы” тапшырыуы тураһында

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Президенты Мортаза  Рәхимов  2009 йылдың 3 декабрендә булып үткән “Владимир Путин менән һөйләшеү. Дауамы”  телетапшырыуы тураһында үҙ фекерен белдерҙе. Республика башлығы былай тине:

“Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесенең илдәге дөйөм хәлгә ҡағылышлы баһалары менән килешергә мөмкин.

Көрсөклө 1998 йылдан айырмалы, әле кешеләрҙә паника юҡ, хәл тотороҡло. Элекке  йылдарҙа өлгәшкән социаль стандарттарҙы һаҡлап ҡалыу был йәһәттән ҙур әһәмиәткә эйә булды. Күпселек ошо ауыр осорҙо уңышлы үткәреүебеҙгә һәм яҡын арала иҡтисадтың, тимәк, йәшәү кимәленең дә үҫеш алыуына инана. Тыуымдың кәмемәйенсә, киреһенсә, артыуы киләсәгебеҙгә һәм балаларыбыҙҙың киләсәгенә оптимизм менән ҡарауыбыҙҙы сағылдыра.

Башҡортостандағы хәл быға асыҡ дәлил. Республиканың көрсөккә ҡаршы саралар уңышлы тормошҡа ашырылған 14 төбәге иҫәбенә инеүен РФ Төбәктәр үҫеше министрлығының таныуы осраҡлы түгел.

Бирелгән һорауҙарҙың характеры ла иғтибарҙы йәлеп итә. Рәсәйҙәрҙе торлаҡ-коммуналь өлкә, социаль һәм пенсия тәьминәте проблемалары, предприятиеларҙың тотороҡло эш перспективалары һәм эшкә урынлашыу мәсьәләләре борсой. Борсолоу бар, әммә Хөкүмәт тарафынан үткәрелгән курсҡа ҡаршы фекерҙәр юҡ. Йәмғиәттә сәйәси курс менән килешеү күҙәтелә. Кешеләрҙе сәйәси идеологиялар ҡыҙыҡһындырмай. Улар йәшәү сифатын күтәреү юлдары хаҡында уйлана — күпселек рәсәйҙәрҙең төп идеологияһы бына ошо.

Һорау менән яуаптарҙың аныҡ булыуы бөгөн властың тормоштан айырылмауын, урындарҙағы хәлде яҡшы күҙ алдына килтереүен һәм граждандарҙың ышанысы менән файҙаланыуын күрһәтә. Был асыҡ һөйләшеүҙең яҡшы һөҙөмтәһе.”