10 декабрь, Шәмбе

04 декабрь 2009 йыл, 15:20

Поездарҙа өҫкө урындар аҫтағыһынан ике тапҡырға арзаныраҡ

автор: Любовь Колоколова

"Рәсәй тимер юлдары" асыҡ акционерҙар йәмғиәте быйыл 1 декабрҙән 2010 йылдың 31 мартына тиклем алыҫ араға йөрөүсе поездарҙың купе вагондарындағы өҫкө урындарға билеттарҙың хаҡын 50 процентҡа кәметә.

Был ҡарар йома, йәкшәмбе ҡуҙғалған һәм 2009 йылдың 25 декабренән 2010 йылдың 10 ғинуарына тиклем, киләһе йылдың 20 февраленән 23-өнә һәм 6 мартынан 8-енә тиклем осорҙа йөрөгән поездарға ҡағылмай.

“Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, купе вагондарының өҫкө урындарына 50 процент ташлама менән билет һатып алыу өсөн уға сәфәргә сығыр алдынан кәмендә 11 көн алдан заказ бирергә кәрәк.

Шулай уҡ байрам алды һәм байрам көндәрендә, билетты ҡасан һатып алыуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер өҫтәмә тәғәйенләнгән поездарҙың купе һәм СВ вагондарында бөтә урындарға 50 процент ташлама яһала.