3 декабрь, Шәмбе

04 декабрь 2009 йыл, 14:53

Дәрдмәндең тыуыуына 150 йыл тулыуға арналған әҙәби-музыкаль кисә

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында билдәле татар шағиры, меценат һәм йәмәғәт эшмәкәре Дәрдмәндең (Закир Рәмиев) тыуыуына 150 йыл тулыуға арналған әҙәби-музыкаль кисә үткәреләсәк. Был сараны «Рамазан» төрки милли-ағартыу үҙәге ойоштора.

Закир Рәмиев эре алтын сәнәғәтсеһе, революцияға тиклемге Рәсәйҙең иң бай кешеләренең береһе һәм беренсе Дәүләт Думаһы депутаты була. Ул татар телендәге гәзит һәм журналдарға ярҙам итеү менән әүҙем шөғөлләнә. Атап әйткәндә, уның ярҙамында «Ваҡыт» гәзите һәм «Шура» журналы сығарыла башлай. 72 көн генә йәшәп ҡалған беренсе Дәүләт Думаһын тарҡатҡандан һуң Закир Рәмиев сәйәсәт менән башҡаса шөғөлләнмәй һәм әҙәби ижадҡа бирелә.

Дәрдмәндең шиғриәтенә донъяны фажиғәле танып белеү, образлы фекерләү, стиль һығылмалылығы, нескә лиризм һәм тәрән психологизм хас. Ул рус әҙәбиәте классиктары – Александр Пушкин, Михаил Лермонтов, Федор Тютчев һәм башҡаларҙың әҫәрҙәрен татар теленә тәржемә итә.

Әммә тере сағында уның бер генә китабы ла донъя күрмәй. Революциянан һуң Закир Рәмиев Рәсәйҙе ташлап китәһе килмәй һәм үҙ ирке менән предприятиеларын дәүләткә тапшыра.

1931 йылда Закир Рәмиев аслыҡтан вафат була. Уның ижады ХХ быуат бөтә татар шиғриәте үҫешенә ҙур йоғонто яһай.

Закир Рәмиевтың тыуыуына 150 йыл тулыуға арналған кисә 7 декабрҙә 19 сәғәттә башлана.