Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рәсәйҙең бәләкәй һәм урта бизнесы 2010 йылда 10 миллиард һум аласаҡ

Иҡтисад

2010 йылда бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙамға федераль бюджеттан 10 миллиард һум аҡса бүлергә планлаштырыла. Был турала РФ Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин менән осрашыу барышында Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Эльвира Нәбиуллина хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, бәләкәй бизнесҡа ярҙам программаһы инновацион секторҙа бәләкәй бизнесҡа ҙурыраҡ ярҙам күрһәтеү күҙлегенән үҙгәртеп эшләнәсәк. Быйыл бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙамға 18 миллиард һум аҡса йүнәлтелде. Бынан тыш, министр әйтеүенсә, “Внешэкономбанк”та бәләкәй бизнесҡа 30 миллиард һум күләмендә кредит биреү буйынса программа ғәмәлдә, тип хәбәр итә «Альянс Медиа» мәғлүмәт агентлығы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамына, федераль бюджеттан ҡушма финанслауҙы иҫәпкә алып, миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде. Әгәр кредиттар буйынса ярҙамды ла иҫәпкә алғанда, дәүләт ярҙамы суммаһы күпкә юғарыраҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть