5 декабрь, Дүшәмбе

04 декабрь 2009 йыл, 12:49

Тиҙҙән республиканың 12 ҡалаһында Сәләмәтлек үҙәктәре асыласаҡ

автор: Рафил Сәхәбетдинов

Быйыл Рәсәйҙә “Һаулыҡ” милли проекты сиктәрендә төбәк һәм муниципаль һаулыҡ һаҡлау учреждениелары базаһында Сәләмәтлек үҙәктәре ойошторола. Рәсәйҙең 83 төбәгендә ошондай 502 үҙәк буласаҡ, уларҙың һәр береһе 200 мең кешегә иҫәпләнгән.  

Башҡортостанда 12 Сәләмәтлек үҙәге ойошторола. Уларҙың береһе – Нефтекамала, Үҙәк ҡала дауаханаһы базаһында. Сәләмәтлек үҙәге терапия корпусының беренсе ҡатында урынлашасаҡ. Әлеге ваҡытта унда ремонт эштәре тамамланып килә. Нефтекамаға яңы Үҙәк өсөн ҡорамалдар килә башланы ла инде. Бер миллион һум күләмендәге средстволар федераль бюджеттан бүленде.

Сәләмәтлек үҙәгендә һаулығыңды тикшертеү бушлай үткәреләсәк, ә врачтарҙың хеҙмәтенә Мотлаҡ медицина страховкаһы фонды средстволарынан түләнеләсәк. Үҙәктә төрлө белгеслектәге бөтәһе 8 врач эшләйәсәк, шул иҫәптән терапевт, педиатр, нарколог, психолог, диетолог.

Ҡорамалдар килтереп урынлаштырылғас та пациенттарҙы ҡабул итә башлаясаҡтар, йәғни быйыл йыл аҙағында йәки киләһе йыл башында.