7 декабрь, Шаршамбы

04 декабрь 2009 йыл, 12:21

Өфөләр Мәскәүгә арзаныраҡҡа оса аласаҡ

автор: Любовь Колоколова

Өфөнән Мәскәүгә авиабилет тимел юл хаҡынан арзаныраҡ булыуы ихтимал. Был турала «Авиаnova» авиакомпанияһы вәкилдәренең “Өфө” Халыҡ-ара аэропорты етәкселеге менән эш осрашыуы ваҡытында телгә алынды. Бында «Өфө – Мәскәү» (Внуково) яңы рейсын асыу тураһында һүҙ барҙы.

«Авиаnova» авиакомпанияһы Өфө аэропорты аша осоштар яһарға планлаштырыусы беренсе low-cost ташыусы булып тора. Авиаташыуҙарҙың был төрөнөң өҫтөнлөгө билеттарҙың арзан булыуына ҡайтып ҡала, был финанс мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә, ваҡытын күпкә экономиялап, тимер юл урынына авиатранспорт менән файҙаланыу мөмкинлеге бирә.

“Өфө” Халыҡ-ара аэропорты” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Авиаnova» авиакомпанияһы быйыл июлдән Мәскәүҙән ете йүнәлеш буйынса оса: Яр буйы Саллыһы, Ҡазан, Һамар, Дондағы Ростов, Краснодар, Сочи, Астрахань. Әлеге ваҡытта авиакомпанияла ике генә А-320 һауа судноһы, ләкин авиакомпанияның һатыу, маркетинг һәм дистрибуция буйынса директоры Жанна Шалимованың һүҙҙәренә ҡарағанда, авиапредприятиеның планында —самолеттар паркын алты судноға тиклем арттырыу, был булған маршрут селтәрен киңәйтергә мөмкинлек бирәсәк. Яҡын араларҙа «Авиаnova» Өфөлә потенциаль пассажирҙарҙы йәлеп итеү буйынса кампания үткәрергә планлаштыра.

Авиакомпания  «Өфө – Мәскәү» рейсын ошо көндәрҙә үк индерергә планлаштыра. Осоштар йышлығы – аҙнаһына өс тапҡыр иртәнге ваҡытта. Авиакомпания вәкилдәренең һүҙҙәренә ҡарағанда, осоу хаҡы бер яҡҡа 1250 һум тирәһе торасаҡ.