6 декабрь, Шишәмбе

04 декабрь 2009 йыл, 11:32

Раил Сарбаев кәңәшмә үткәрҙе

автор: Эльвира Латипова

Салауат ҡалаһында БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев рәйеслегендә үткән кәңәшмәлә Башҡортостандың Үҙәк һәм Көньяҡ иҡтисади зоналарының социаль-иҡтисади үҫеше тикшерелде.

Был ике иҡтисади зона республика биләмәһенең сирек өлөшөн тиерлек тәшкил итә, уға 14 муниципаль район һәм 3 ҡала округы инә. Бында «Салауатнефтеоргсинтез», «Сода», «Синтез-Каучук», «Каустик», «Күмертау авиация производство предприятиеһы» кеүек төбәктең ҙур сәнәғәт предприятиелары эшләй.

Премьер әйтеүенсә, Үҙәк һәм Көньяҡ иҡтисади зоналарҙағы бөтә сәнәғәт предприятиелары бөгөн эшен туҡтатманы.

— Был муниципаль райондарҙың һәм ҡала округтарының предприятиелары һәм ойошмалары республикала етештерелгән продукция күләменең 20 процентын тәьмин итте, — тине БР иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары Марат Минасов. – Тапшырылған торлаҡ күләмендә уларҙың өлөшө 32 процент тәшкил итте.

БР Иҡтисади үҫеш министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ғинуар-сентябрь йомғаҡтары буйынса Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Ауырғазы, Ғафури, Дәүләкән, Иглин, Ишембай, Көйөргәҙе, Миәкә, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ һәм Федоровка райондарының хужалыҡ итеүсе субъекттары ыңғай финанс һөҙөмтәһе алыуға өлгәште.

Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында, Архангел, Ғафури, Стәрлетамаҡ, Көйөргәҙе һәм Өфө райондарында күрһәткестәр тотороҡло. Тик был «тотороҡлолоҡ» — шартлы төшөнсә. Мәҫәлән, шул уҡ Стәрлетамаҡ районы тотороҡло рәүештә беренсе-икенсе урындарҙы биләй, ә Архангел районы шулай уҡ тотороҡло рәүештә “ҡойроҡта” һөйрәлә.

Кәңәшмәлә төрлө иҡтисади, социаль һәм хоҡуҡ мәсьәләләре ҡаралды. Иҡтисади үҫеш министрлығы мәғлүмәттәре буйынса фекер йөрөткәндә, иҡтисадтағы хәл айҙан-айға тотороҡлана бара. Мәҫәлән, октябрҙә тулайым төбәк продукты күләме индексы 97,5 процент тәшкил итте. Был быйылғы йылда иң юғары күрһәткес. Туғыҙ айҙа тулайым төбәк продукты индексы 94 процент кимәленә сыҡты. Сәнәғәт производствоһы индексы ла үҫте – октябрь йомғаҡтары буйынса 98,8 процент. Ун айлыҡ күрһәткес – 94,1 процент.