3 декабрь, Шәмбе

04 декабрь 2009 йыл, 10:13

Астанала Рәсәй-Ҡаҙағстан бизнес-клубы ултырышы үтте

автор: Юлай Мәғсүмов

Ҡаҙағстан баш ҡалаһында, Рәсәй фән һәм мәҙәниәт үҙәгенең йыйылыштар залында, Рәсәй-Ҡаҙағстан бизнес-клубының сираттағы ултырышы үтте. Былтыр ноябрҙә ойошторолған был йәмәғәт берекмәһе эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итә.

Клуб Рәсәйҙең Ҡаҙағстандағы Илселеге һәм Сауҙа вәкиллеге, Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһының Үҙәк Азиялағы төбәк вәкиллеге менән үҙ-ара тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Бизнес-клубтың 2 декабрҙә үткән ултырышы Рәсәй Федерацияһы менән Ҡаҙағстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлеген үҫтереүгә арналды.

Рәсәйҙең Ҡаҙағстандағы Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы Вәкиллеге етәксеһе Ержан Азанов доклад менән сығыш яһаны. Ул Рәсәй-Ҡаҙағстан бизнес-клубы ултырыштарында һәр ваҡыт әүҙем ҡатнаша.

Шул уҡ көндө уҙған Республика көнөнә арналған фото-күргәҙмә үткәрелде. Башҡортостандан иң яҡшы фоторәссамдарҙың эштәре ултырышта ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың иҡтисади һәм мәҙәни ҡеүәте, республикабыҙҙың уникаль тәбиғәте, билдәле сәйәсәт һәм иҡтисад эшмәкәрҙәре, ғалимдары, мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәре, спортсылары менән таныштырҙы.