9 декабрь, Йома

04 декабрь 2009 йыл, 12:14

Республикала көрсөккә ҡаршы саралар уңышлы тормошҡа ашырыла

автор: Ғәлиә Нәбиева

РФ Төбәктәр үҫеше министрлығы урындарҙа  көрсөккә ҡаршы күрелгән сараларҙың һөҙөмтәлелеге мониторингын үткәрҙе. Төбәктәр сентябрҙә тапшырған мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, Рәсәй Федерацияһының 83 субъектынан көрсөккә ҡаршы саралар уңышлы тормошҡа ашырылған 14 төбәкте айырып күрһәтергә мөмкин. Улар иҫәбендә Башҡортостан да.

РФ субъекттарының дәүләт власы органдарының эшмәкәрлек һөҙөмтәлелеген баһалау һәм мониторингы департаменты белгестәре социаль программалар сиктәрендә торлаҡ ипотека кредиттары биреү буйынса ставкалар 13 процентҡа тиклем кәмеүен билдәләй.

Уңышлы саралар иҫәбендә — республика иҡтисадының төҙөлөш секторына кредит биреү тураһында килешеү. 2009 йылдың икенсе ярты йыллығында 14 кредит ойошмаһы тарафынан торлаҡ төҙөлөшө алып барыусы төҙөүселәргә кредиттар һәм граждандарға ипотека торлаҡ кредиттары биреүҙең планлаштырылған күләме 2,5 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә.

Эконом-класлы аҙ ҡатлы йорттар етештереү сәнәғәтенең инвестицион проектын тормошҡа ашырыу буйынса ла саралар билдәләнде.