10 декабрь, Шәмбе

03 декабрь 2009 йыл, 17:44

«Такси» операцияһы үткәрелә

автор: БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте

БР Хөкүмәте бойороғо менән, 7 декабрҙән 25-енә тиклем «Такси» оператив-профилактик операцияһы үткәреләсәк, тип билдәләнде.

Ул республикала халыҡты транспорт менән хеҙмәтләндереү өлкәһендә аварияларҙы кәметеү һәм закондарҙы күҙәтеү маҡсатында үткәрелә. Шәхси ташыу менән шөғөлләнеүсе ҙур ойошмалар тикшереләсәк. Операция тамамланғас, БР буйынса Дәүләт автоюл күҙәтеүе идаралығы такси хеҙмәтләндереүҙәре күрһәтеүсе фирмаларға ҡарата тейешле ҡарар сығарасаҡ.

БР муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәттәренә  «Такси» операцияһын үткәреүҙе ойоштороу буйынса эшсе комиссиялар төҙөргә тәҡдим ителде. Комиссиялар составына БР буйынса Дәүләт автоюл күҙәтеүе идаралығы һәм БР буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы бүлексәләре белгестәре инәсәк.