Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфө дәүләт авиация техник университеты студенттары – Бөтә Рәсәй студент олимпиадаһы призерҙары

Йәмғиәт

Өфө дәүләт авиация техник университеты студенттары “Авиацион двигательдәр һәм энергетика  ҡоролмалары” Бөтә Рәсәй студент олимпиадаһынан 15  призерҙар һәм ҡатнашыусылар дипломдары алып ҡайтты.

Йыл һайын үткәрелгән сара П.А.Соловьев исемендәге Рыбинск дәүләт авиация технология  академияһында үтте.

ӨДАТУ-ның  матбуғат хеҙмәтенән ”Башинформ” агентлығына  хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй вуздарынан һәм Харьков авиацион университетынан 50 студент дүрт фәнде белеү буйынса ярышты: авиацион двигательдәр теорияһы, авиацион двигательдәр конструкцияһы, авиацион двигательдәрҙе етештереү технологияһы, авиацион  турбомашиналар теорияһы һәм иҫәптәре.

Һөҙөмтәлә ӨДАТУ-ның  йыйылма командаһы дөйөм команда иҫәбендә икенсе урынға сыҡты, ә икенсе номинацияларҙа призлы урындар яуланы.

Шәхси беренселектә  көрәшеп,  Марат Дауытов, Андрей Каменский, Юлия Хохлова һәм Вячеслав Шабельник  төрлө дәрәжәләге дипломдар менән бүләкләнде. Уларҙы ярыштарға әҙерләүсе  етәкселәре: “Авиацион двигательдәр” кафедраһы  профессоры Хәйҙәр Ғүмәров, “Техмаш” кафедраһы  доценты Александр Винокуров, “Авиацион двигательдәр” кафедраһы асситенты Руслан Ямалиев һәм ошо уҡ кафедраның инженеры Николай Сенюшкин.

Теги: Мәғариф
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть