3 декабрь, Шәмбе

03 декабрь 2009 йыл, 16:17

БДУ-ның 100 йыллығына арналған халыҡ-ара форум башланды

автор: Эльмира Сабирова

Өфөлә  Башҡорт дәүләт университетының 100 йыллығына арналған халыҡ-ара конференция башланды. Форум ҡунаҡтары – РФ Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәғариф буйынса федераль агентлыҡ вәкилдәре, Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттары һәм сит ил университеттары ректорҙары һәм проректорҙары –  төбәктәрҙең инновацион мөхитен формалаштырыуҙа классик университеттарҙың роле тураһында һөйләшеү алып барҙы.

Конференцияны асып, Башҡорт дәүләт университеты ректоры Мөхәмәт Харрасов  республикала юғары  профессиональ белем биреү торошо,университеттың тарихы, уҡыу йортон тамамлаусы билдәле кешеләр тураһында һөйләп үтте.

– Әле университетта 15 факультет, Сибай, Учалы, Стәрлетамаҡ һәм Нефтекама ҡалаларында урынлашҡан дүрт филиал бар. Дөйөм алғанда, 27 мең талантлы студент белем алған юғары уҡыу йортонда уҡытыу, фәнни һәм тәрбиәүи эштәр менән 1725 фәнни-педагогик хеҙмәткәр шөғөлләнә, — тине ул.

Конференцияның пленар өлөшөндә заман белгестәрен әҙерләүҙә мәғариф, фән һәм производствоның тығыҙ бәйләнештә булыуы темаһы ҡаралды. Фәнни форум программаһында  300 доклад уҡыу  ҡаралған. Был материалдарҙаң бер өлөшө баҫылған. Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ,  форумға конференцияла ҡатнашыусыларҙың  биш томлыҡ хеҙмәттәре   махсус баҫтырылды, тағы ла ике китап нәшер ителеүгә әҙерләнә.

Башҡорт дәүләт университетының 100 йыллығына арналған саралар 4 декабрь Конгресс-холда тамамланасаҡ.

темалар: Мәғариф