3 декабрь, Шәмбе

03 декабрь 2009 йыл, 16:09

Муниципаль берәмектәр - Бөтә Рәсәй муниципалитеттар конкурсында еңеүселәр иҫәбендә

автор: Марина Шумилова

Бөтә Рәсәй урындағы үҙидара советының  Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе, "Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәре советы" Ассоциацияһы идараһы рәйесе, Иглин районы  муниципаль районы хакимиәте башлығы Ришат Исхаҡов, Бөтә Рәсәй урындағы үҙидара советының төбәк бүлексәһе рәйесе урынбаҫары, Белорет районы муниципаль районы Советы рәйесе Евгений Карепанов һәм Ишембай ҡалаһы ҡала биләмәһе  Советы рәйесе Сыңғыҙ Яруллин составындағы Башҡортостан делегацияһы Бөтә Рәсәй урындағы үҙидара советының III съезы эшендә ҡатнашты.

Съезд Бөтә Рәсәй урындағы үҙидара советының Үҫеш стратегияһын ҡабул итте, шулай уҡ Бөтә Рәсәй урындағы үҙидара советы Уставына төҙәтмәләрҙе раҫланы. Ҡабул ителгән Стратегияға ярашлы, Бөтә Рәсәй урындағы үҙидара советы эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре булып муниципаль берләшмәне урындағы үҙидара һәм тотош ил үҫешенә ҡағылышлы мөһим ҡарарҙар ҡабул итеүгә ылыҡтырыу, урындаҫы үҙидараны үҫтереүҙең мөһим мәсьәләләре буйынса дөйөм объектив фекер формалаштырыу, урындағы үҙидара органдарының һөҙөмтәле эшләүе өсөн хоҡуҡи шарттар булдырыуға булышлыҡ итеү, уларҙың дәүләт власы органдары менән үҙ-ара эш итеүен көсәйтеү тора. Бөтә Рәсәй урындағы үҙидара советының өҫтөнлөклө йүнәлештәре иҫәбендә – муниципаль кадрҙар резервын булдырыу. Бөтә Рәсәй урындағы үҙидара советы базаһында эшләүсе Йәш урындағы үҙидара лидеры мәктәбе лә тап шуға йүнәлтелгән. Рәсәй Федерацияһының 50 субъектынан 100-гә яҡын вәкил уны тамамланы ла инде.

Съезда РФ Төбәктәр үҫеше министрлығы һәм Бөтә Рәсәй урындағы үҙидара советы ойошторған муниципаль берәмектәрҙең Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары иғлан ителде. Дөйөм алғанда, 1200 муниципалитет ҡатнашҡан 2009 йылғы конкурс еңеүселәре араһында Башҡортостандан муниципаль берәмектәр һәм муниципалитеттар етәкселәре лә бар. «Иң яҡшы урындағы хакимиәт башлығы» номинацияһында беренсе урын Дәүләкән районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Закир Бикбулатовҡа бирелде. «Социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең иң яҡшы практикаһы» номинацияһында был конкурста элек беренсе урындар яулаған Өфө ҡалаһы ҡала округы юғары дәрәжә Диплом менән билдәләнде. Был номинацияла беренсе урынды Белорет районы муниципаль районы яуланы. Муниципаль идаралыҡтың алдынғы практикаһы өсөн конкурстың махсус Дипломы менән Дүртөйлө ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Рәшит Ғайсин билдәләнде.