11 декабрь, Йәкшәмбе

03 декабрь 2009 йыл, 15:46

Өфөлә Александр Ҡасимовтың хәтер кисәһе үткәрелә

автор: Лия Нәғимова

4 декабрь Әхмәт Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала билдәле тәнҡитсе Александр Ҡасимовтың хәтер кисәһе үткәрелә. Ағымдағы йылдың октябрендә уға 60 йәш тулыр ине. Кисә программаһында уның “Тәнҡит һәм саҡ ҡына наҙлы”  китабының исем туйын үткәреү ҡаралған.

Александр Ҡасимов “Вечерняя Уфа” гәзитендә күҙәтеү яһаусы булып эшләй. Уның иптәштәре  әйтә килде: “Исеме булған журналистар  -  һирәк күренеш. Ә Ҡасимовың исеме бар ине.” Бынан тыш,  ул республикала әҙәби хәрәкәттең үҫешен йәнләндереүсе ине – “Сутолока” исемле журнал сығарҙы, “Вечерня уфа” гәзитенең премияһын булдырыу инициативаһы менән сыҡты, яҙыусыларҙың коллектив йыйынтыҡтарын төҙөүҙә әүҙем ҡатнашты һәм үҙе лә әҫәрҙәр, хикәйәләр һәм шиғырҙар яҙҙы.

“Ул бер ҡасан да провинциал булманы. Сөнки һәр ваҡыт юғары үлсәү генә ҡулланды. Бер нисә юл өсөн дә аванс биреп, һуңынан  бөтә көсөн биреп эшләүҙе көтә ине. Усына бөрсөктәр йыйыр ҙа, “бына хәҙер әҙәби журнал баҫтырырға була” тиер ине һәм үҙе үк шул журналды баҫтырыу өсөн аҡса эҙләр, үҙе үк верстка яһап,  типографияға илтеп бирер ине. Һуңынан  сираттағы һандың исем туйын үткәрер өсөн ҡалалар буйлап баҫманы таратыр ине”,- тип хәтерләй Өфө яҙыусыһы Игорь Фролов.

Александр Ҡасимов әҙәбиәт, сәнғәт тураһында яҙышты, “Знамя”, “Уральская новь”, “Волга” журналдарының әүҙем авторы булды. Ул Рәсәйҙең иң абруйлы әҙәби  тәнҡитселәренең береһе ине.

темалар: Хәтер