7 декабрь, Шаршамбы

03 декабрь 2009 йыл, 15:02

“Йәштәр – Башҡортостандың киләсәге” конкурсы еңеүселәре билдәләнде

автор: Эльмира Сабирова

“Йәштәр – Башҡортостандың киләсәге” республика әҙәби эштәр конкурсы еңеүселәрен һәм призерҙарын бүләкләү тантанаһы 4 декабрҙә Өфөлә үткәреләсәк.

Ижади ярыш Бөтә Рәсәй конкурсы сиктәрендә ойошторолдо.

БР Мәғариф министрлығының Республика уҡыусы йәштәр мәҙәниәт үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурсҡа 62 башланғыс профессиональ белем биреү учреждениеһынан 170-кә яҡын эш сығарылды. Еңеүселәр дүрт номинация буйынса билдәләнде – “Йәштәр һәм сәләмәт йәшәү рәүеше”, “Беҙ ғүмерҙе һайлайбыҙ”, “Йәштәр – Башҡортостан Республикаһының киләсәге”, “Изге эштәр – изге йөрәктәр”.

Әйтергә кәрәк, быйылғы конкурс Башҡортостан Республикаһында Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылына арналды.

темалар: конкурстар