5 декабрь, Дүшәмбе

03 декабрь 2009 йыл, 14:53

Башҡортостанда инвалид балаларҙы дистанцион уҡытыу индерелә

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостанда   “Мәғариф” милли проект сиктәрендә инвалид  балаларҙы  дистанцион  уҡытыу  буйынса проект үтәлә башланы. Уға ярашлы Рәсәйҙең һәр субьектында компьютер технологиялары һәм Интернет селтәре  ярҙамында инвалид балаларҙы дистанцион уҡытыу үҙәктәре асыласаҡ. Республикала был социаль проект баш ҡаланың  алтынсы төрҙәге 13-сө махсуслаштырылған дөйөм белем биреү(коррекцион)  мәктәп-интернаты  нигеҙендә  бойомға ашырыласаҡ.

– Был инвалид балаларҙы дистанцион уҡытыу буйынса беренсе  республика мәктәбе буласаҡ,– тип һөйләй “Башинформ” агентлығына БР Мәғариф министры урынбаҫары Зөлфиә Әхмәтова. – Белем биреү учреждениеһына майҙандар әҙерләнгән, әле унда ремонт эштәре бара. Яҙ башында Өфөнән һәм уға яҡын райондарҙан һаулыҡтары буйынса  мәктәпкә йөрөй алмаған 60 бала өйҙәрендә компьютер ярҙамында шөғөлләнә башлаясаҡ. Баланың төп фәндәрҙе өйрәнеүҙән тыш, йырларға, һүрәт төшөрөргә лә мөмкинселеге буласаҡ. Бындай балаларҙың уҡыуға булған хоҡуҡтары элекке ваҡыт менән сағыштырғанда тулыраҡ үтәләсәк.

Ивалид балаларҙы уҡытыуөсөн   средстволар федераль һәм республика бюджетынан бүленә. Зөлфиә Әхмәтова әйтеүенсә, федераль бюджеттан 13 миллион һум, ә республиканан – 10 миллион һум килгән дә инде. Әле компьютерҙар һатып алыу өсөн аукцион иғлан ителгән.

Киләсәктә дистанцион уҡытыуға йәлеп ителгән балалар һаны артасаҡ.

— 2010 йылдың сентябренән дистанцион уҡытыу үҙәгенең бер нисә филиалын асырға ниәтләнәбеҙ, – ти Зөлфиә Әхмәтова. – Бынан тыш, балаларҙы беҙ өйҙә бикләп ултыртып ҡуйырға йыйынмайбыҙ. Уларҙы ҡәҙимге мәктәптәргә килтерәсәкбеҙ, үҙәккә саҡырасаҡбыҙ. Сөнки улар йәшендә аралашыу бик мөһим. Мөмкинлектәре сикләнгән балалар йәмғиәттә йәшәргә тейеш. Был маҡсатта беҙ автобус һатып алғанбыҙ.

темалар: Мәғариф