4 декабрь, Йәкшәмбе

03 декабрь 2009 йыл, 14:42

Башҡортостан мариҙары үҙ ижтимағи эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһай

автор: Николай Ермоленко

5 декабрҙә Краснокама районының Арлан ауылында Башҡортостан Республикаһының «Эрвел Марий» төбәк мари милли-мәҙәни автономияһының отчет-һайлау конференциһы үткәрелә. Ул мариҙарҙың республика йәмәғәт ойошмаһының 20 йыллығына тура килтерелә, шуға күрә рәсми өлөштән тыш тантана үткәреү ҙә ҡаралған. Унда активистарҙы бүләкләйәсәктәр.

БР «Марий Ушем» (Мариҙар союзы) мари йәмәғәт берләшмәһе 1989 йылдың 8 июлендә ойошторола.  2004 йылдың 3 декабренән республиканың Мари ижтимағи хәрәкәте БР «Эрвел Марий» төбәк мари милли-мәҙәни автономияһы булараҡ эшләп килә. Ойошманың был статустағы хәҙерге отчет-һайлау конференцияһы – икенсе. 1995 йылдан БР «Эрвел Марий» автономияһын Павел Бикмурзин етәкләй.