10 декабрь, Шәмбе

03 декабрь 2009 йыл, 14:08

«Юрист-профессионал 2009» конкурсында еңеүселәр бүләкләнде

автор: Любовь Колоколова | фото: Олег Яровиков

Юристар көнө алдынан Өфөлә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында, «Юрист-профессионал 2009» конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үткәрелде. Конкурстың төп маҡсаттары булып һөнәр статусын һәм абруйын, юристар берләшмәһендә профессионализм кимәлен күтәреү һәм юғары квалификациялы белгестәрҙе асыҡлау торҙо.

Ғөмүмән, беренсе тапҡыр үткәрелгән конкурсты «Респект» хоҡуҡ компанияһы, Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһының Башҡортостан социаль технологиялар институты (филиал) ойошторҙо. Конкурс БР Юстиция министрлығы ярҙамында үтте.

«Оратор оҫталығы» махсус номинацияһында беренсе урынды һәм призды «Хоҡуҡи технологиялар үҙәге» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең аналитика төркөмө етәксеһе Юлия Туйкина яуланы. Икенсе урын БР Адвокаттар палатаһы адвокаты, юридик фәндәр кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының хоҡуҡ институты уҡытыусыһы Гүзәл Рәжәповаға бирелде. Өсөнсө урынды «Максимум» юридик бюроһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Айгөл Солтанбәкова һәм «Урал юридик компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте юрисы Альберт  Гәрәев алды.

Бер төркөм конкурсанттар махсус приздарға лайыҡ булды:  улар Өфөнөң Киров район суды судьяһы ярҙамсыһы Вадим Әхмәтнәбиев  - «Теорияны һәм практиканы оҫта берләштергән өсөн», БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының өсөнсө курс студенты Роман  Ситдиков  – «Үҙ позицияңды инандырырлыҡ итеп биргән өсөн», Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы юрисконсульты Зөлфир Тимерғәлиев  – "Суд ҡарарҙарын үтәү проблемаһы актуаллеген дәлилдәр менән нигеҙләгән өсөн», БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариатының хоҡуҡи, коррупцияға ҡаршы экспертиза һәм суд вәкиллеге бүлеге мөдире Руслан Ямалетдинов –  «Коррупцияға ҡаршы ҡануниәттең норматив-хоҡуҡи базаһына тәрән теоретик анализ яһаған өсөн», БР Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм алкоголле продукцияның әйләнешенә һәм сифатына контроль идаралығы хоҡуҡи эштәр бүлегенең 2-се разрядлы өлкән белгесе Юрий Банников – «Граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлауҙы хоҡуҡи көйләү өсөн»,  Башҡортостан республика адвокаттар коллегияһы адвокаты Нәфис Ғәлимәрҙәнов –  «Иҫбатлау базаһын биреүҙә креатив ҡараш өсөн».

Наградлау тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт советнигы Сергей  Лаврентьев, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рафаил Диваев, БР адвокаттар берләшмәһе президенты, БР Адвокаттар палатаһының беренсе вице-президенты Валерий  Аббасов һәм башҡалар ҡатнашты.