7 декабрь, Шаршамбы

03 декабрь 2009 йыл, 13:33

Владимир Путин бөгөн рәсәйлеләр менән “тура бәйләнеш” үткәрә

автор: Марина Шумилова

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин бөгөн һигеҙенсе тапҡыр рәсәйлеләр менән “тура бәйләнеш” үткәрәсәк. Был махсус программа “Владимир Путин менән һөйләшеү. Дауамы” тип атала һәм “Россия”, “Вести” телевизион каналдарында, “Маяк”, “Радио России” радиостанцияларында туры эфирҙа Мәскәү ваҡыты менән 12 сәғәттә башлана.

Был юлы Премьер-министрға һорауҙарҙы тура эфир ваҡытында ғына түгел, ә 8-800-200-40-40 телефоны  аша  (шылтыратыуҙар бушлай) һәм 04040 номерына шулай уҡ бушлай СМС  ярҙамында бирергә була.

Электрон матбуғат баҫмалары хәбәр итеүҙәренсә, 2 декабргә Владимир Путинға  700000 мөрәжәғәт килгән дә инде.

Премьер-министр вазифаһында Владимир Путин Рәсәй граждандары менән беренсе интерактив  аралашыуҙы былтыр 4 декабрҙә үткәрҙе. Премьер–министр  рәсәйлелер менән аралашыу өсөн студия урынлаштырылған Каруанһарай һайланған ине. Унда иң ҡыҙыҡлы һорауҙар ебәргән 400 кеше йыйылды. Һорауҙарҙы “Берҙәм Рәсәй” партияһы лидерҙарының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә һайлап алдылар. Улар күберәк иҡтисади көрсөк, эштән бушатылыу, производство һәм эш хаҡы кәмеүе тураһында ине. Былтыр Владимир Путин телефон, интернет һәм СМС аша килгән 80 һорауға яуап бирҙе. Был һөйләшеү 3 сәғәт 8 минут дауам итте һәм 2007 йыл рекордынан 3 минутҡа күберәк булды.

темалар: Тура бәйләнеш