Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 60.84 ↓

25 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Салауатта сәнәғәт предприятиеларының эшенә йомғаҡ яһала

Иҡтисад

Бөгөн Салауат ҡалаһында БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев рәйеслегендә Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һәм Көньяҡ иҡтисади райондарының муниципаль райондары һәм ҡала округтарының социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрелә.

Был ике иҡтисади зонаға 14 район һәм 3 ҡала инә. Бында төп сәнәғәт предприятиелары: «Сода», «Каустик», «Салауатнефтеоргсинтез» акционерҙар йәмғиәттәре, «Күмертау авиация-сәнәғәт берекмәһе» федераль дәүләт унитар предприятиеһы һәм башҡалар урынлашҡан.

Кәңәшмәлә Хөкүмәт ағзалары, ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары, төбәктең ҙур предприятиелары етәкселәре ҡатнаша. Көн тәртибендә бер нисә мәсьәлә –сәнәғәт предприятиелары эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһау, төҙөлөш комплексы проблемалары, ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәрҙең эше, хеҙмәтте һаҡлау, хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙарҙы һәм енәйәтселекте иҫкәртеү.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть