5 декабрь, Дүшәмбе

03 декабрь 2009 йыл, 11:12

Юристар көнө менән!

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов республика юристарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Ҡотлауҙа шулай тиелә:

“Хөрмәтле юристар!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ — Юристар көнө менән ихлас ҡотлайым!

Үҙенең оҙайлы тарихында Рәсәй юриспруденцияһы донъяға бик күп талантлы кешеләр, үҙ эшенең ысын профессионалдарын бүләк итте. Улар үҙ тормошон Закон һүҙенә һәм рухына хеҙмәт итеүгә арнаны. Уларҙың күп яҡлы эшмәкәрлеге беҙҙең илдә генә түгел, сит тарафтарҙа ла бик күп быуын юристар өсөн эталон булып тора.

Бөгөн юрист һөнәре меңдәрсә юридик ойошмаларҙы берләштерә. Юрист булыу маҡтаулы һәм яуаплы. Законға хеҙмәт итеүселәр иңенә йәмғиәт тарафынан хоҡуҡ өҫтөнлөгө принцибын раҫлау, граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын яҡлау, Рәсәй ҡануниәтен камиллаштырыу һәм халыҡҡа юридик ярҙам күрһәтеү буйынса бурыстар йөкмәтелә.

Һеҙҙең юғары профессионализм, бурысҡа тоғролоҡ, хоҡуҡты һәм ғәҙеллекте һаҡлау эшенә бирелгәнлек киләсәктә лә Рәсәй дәүләтселеген, граждандар йәмғиәтен һәм граждандарыбыҙҙың хоҡуҡи мәҙәнилеген үҫтереүгә булышлыҡ итер, тип ышанам.

Һеҙгә һаулыҡ, именлек һәм бәхет, тыуған Башҡортостаныбыҙ һәм бөтә Рәсәй мәнфәғәтендәге эшегеҙҙә уңыштар теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов”.