6 декабрь, Шишәмбе

03 декабрь 2009 йыл, 10:56

1 декабрҙә Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә яңы уҡыу йылы башланды

автор: Николай Ермоленко

1 декабрҙә  Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәрендә яңы уҡыу йылы башланды. 2010 йылда офицерҙарҙың индивидуаль әҙерлек, шәхси составтың һәр береһенең әҙерлек кимәлен күтәреү, отделениенан алып батальонға тиклем тактик звено подразделениеларын ипкә килтереү сифатын яҡшыртыу хәрби әҙерлектең төп маҡсаты булып торасаҡ.

РФ Оборона министрлығының Матбуғат хеҙмәте һәм мәғлүмәт идаралығы хәбәр итеүенсә, Ҡораллы һәм Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе әҙерләү биш ай буйына үткәреләсәк. Осоусылар һәм корабль составын әҙерләүҙе йыллыҡ һәм ике йыллыҡ уҡытыу циклдары буйынса үткәреү планлаштырыла.

Рота һәм батальон составының тактик күнекмәләрен үткәреүгә төп көстө йүнәлтеү яңы уҡыу йылының үҙенсәлеге булып торасаҡ; бригада составы күнекмәләрен дә үткәреү планлаштырыла. Ғәскәрҙәрҙе әҙерләүҙә һәр береһенең әҙерлегенә һәм түбән кимәлдән алып ротаға тиклем подразделениеларҙы ипкә килтереүгә төп иғтибар бүленәсәк. Тактик күнекмәләр барышында батальондар һәр яҡлап етерлек тактик берәмектәр булараҡ әҙерләнәсәк.

«Восток-2010» оператив-стратегик күнекмәләре 2010 йылғы хәрби әҙерлектең төп ваҡиғаһы булып торасаҡ. Унда Башҡортостан егеттәренең күбеһе хеҙмәт иткән Себер һәм Алыҫ Көнсығыш хәрби округтары ғәскәрҙәре, Хәрби-Һауа Көстәре, Һауа-десант ғәскәрҙәре һәм Тымыҡ океан флоты көстәре соединениелары һәм хәрби частары ҡатнашасаҡ.

Белешмә өсөн: 2009 йылда 15 бригада тактик күнекмәһе, 161 батальон тактик күнекмәһе, 736 рота тактик күнекмәһе, 8000-дән ашыу хәрби атыу үткәрелде. Ҡораллы Көстәр ғәскәрҙәре төрҙәрендә 600-ҙән ашыу махсус, зачет тактик һәм 280 команда-штаб күнекмәләре үткәрелде.