Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.22 ↑

EUR 69.26 ↑

22 сентябрь, Йома

Уфа   °

Президентҡа рәхмәт белдерҙеләр

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов исеменә Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалығы министры Елена Скрынниктан рәхмәт хаты килде.

Хатта шулай тиелә:

“Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!

Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығы исеменән 9 — 12 октябрҙә Мәскәүҙә үткән “Алтын көҙ-2009” 11-се Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһен ойоштороуҙа берлектәге эшегеҙ өсөн Һеҙгә рәхмәт белдерәм.

Күргәҙмәгә ҡуйылған Һеҙҙең төбәк экспозицияһы Ватандың инновацион агротехнологияларын, алдынғы ғилми эшләнмәләрҙе, перспективалы хужалыҡ итеү ысулдарын Рәсәй баҙарына һөҙөмтәле индереүгә булышлыҡ итте.

Һеҙҙең төбәк аграрийҙарының уңыштары һәр ваҡыттағыса “Алтын көҙ-2010” Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә лә урын алыр, тигән ышаныс белдерәм.

Һеҙгә уңышлы һәм әүҙем эш, сәләмәтлек һәм именлек теләйем! Министр Е. Скрынник”.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть