5 декабрь, Дүшәмбе

02 декабрь 2009 йыл, 17:31

Иммунопрепарат сусҡа киҙеүенә ҡаршы вакцинаның тәүге партияһын оҙатты

автор: Ғәлиә Нәбиева

Бөгөн Өфөнөң «Иммунопрепарат» предприятиеһынан пандемик грипҡа ҡаршы халыҡты иммунлаштырыу өсөн «Пандефлю» вакцинаһының беренсе партияһы оҙатылды.

Предприятиеның матбуғат секретары Гүзәл Йосопова хәбәр итеүенсә, A/H1N1 вирусынан һаҡлау өсөн 1,3 миллион доза профилактик сара Волга буйы федераль округының ҙур төбәктәренә алып барыласаҡ. Вакцинаның киләһе партияһы — 400 мең доза — «Ашығыс йөк. Дәүләт заказы» тигән документ менән 4 декабрҙә оҙатыласаҡ. 130 мең доза «Пандефлю» республикабыҙ ихтыяждары өсөн файҙаланыласаҡ.

Препараттың заказсыһы – Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы. «Пандефлю» моновакцинаһын сәнәғәт сығарыуы киләһе йылда ла дауам иттереләсәк.