8 декабрь, Кесе йома

02 декабрь 2009 йыл, 17:02

Торлаҡ төҙөлөшө күләмдәре буйынса алдынғы өс төбәк иҫәбендә Башҡортостан да бар

автор: Марият Артюхова

Башҡортостан торлаҡ төҙөлөшө буйынса алдынғы өс төбәк иҫәбенә инә. Был турала “Рәсәйҙә торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү стратегияһы” III Бөтә Рәсәй форумында РФ төбәктәр үҫеше министры урынбаҫары  Сергей Круглик хәбәр итте.

Быйыл туғыҙ айҙа төбәктә 1,6 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелде.  Дөйөм Рәсәй күләме — 39,7 миллион «квадрат».  Республикала төҙөлөш темптары артҡандан-арта бара.

темалар: төҙөлөш