10 декабрь, Шәмбе

02 декабрь 2009 йыл, 16:51

Салауатта халыҡ музыка ҡоралдарында башҡарыу мәсьәләләре ҡаралды

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Салауат ҡалаһында “Традицион халыҡ ҡоралдарында  башҡарыу мәсьәләләре”Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы  тамамланды. Был форумды БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы,Мәғариф буйынса уҡыу- методика үҙәге һәм Салауат ҡалаһы хакимиәте ойошторҙо.

Ғилми-ғәмәли конференцияла экспреттар сифатында ҡатнашыу өсөн Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм доньяның халыҡ музыка ҡоралдары буйынса  махсуслашҡан танылған сәнғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре саҡырылды. Улар араһында Украина һәм Польшаның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор, профессор Игорь Мациевский, Глинка исемендәге Магнитогорск дәүләт консерваторияһы доценты Александр Мордухович, Гнесиндар исемендәге Рәсәй  музыка академияһы профессоры Михаил Имханский булды.

Башҡорт музыкаһы һәм музыка ҡоралдары үҙенсәлектәре тураһында конференцияла ҡатнашыусыларға Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы уҡытыусылары Рауил Рәхимов, Айрат Ҡобағышев һөйләне.