3 декабрь, Шәмбе

02 декабрь 2009 йыл, 16:43

Башҡортостан граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса алда бара

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан — граждандарҙы иҫке авария хәлендәге торлаҡтан яңы торлаҡҡа күсереү буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбендә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды мәғлүмәттәренә ҡарағанда, авария хәлендәге йорттан яңы торлаҡҡа күсеүселәрҙең иң күбе Кемерово өлкәһендә — 2975 кеше. Башҡортостан икенсе урында – 2097 кеше. Унан ҡала Новосибирск — 2024, Ырымбур — 1631 һәм Силәбе — 1584 – өлкәләре.

Федераль округтар араһында был күрһәткес буйынса Волга буйы алда бара: яңы фатирҙарға 10579 кеше күсте лә инде.

Башҡортостандың Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, дөйөм алғанда, быйыл республикала авария хәлендәге йорттарҙан 3709 кеше күсенде. Улар араһында беренсел генә түгел, икенсел фатирға инеүселәр ҙә байтаҡ.  —Былар Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Сибай, Нефтекама ҡалаларында, шулай уҡ Благовещен һәм Туймазы райондарында йәшәүселәр. Был маҡсаттарға 3,7 миллиард һум самаһы аҡса үҙләштерелде.  Был пландың 84 проценты, йыл аҙағына тиклем күсереү дауам иттереләсәк. Бөгөнгө көндә республикала бөтәһе 10110 кеше иҫке һәм авария хәлендәге торлаҡта йәшәй.