Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөгә Башҡорт дәүләт университетының 100 йыллығына арналған халыҡ-ара конференцияла ҡатнашыусылар йыйыла башланы

Йәмғиәт

Өфөгә Башҡорт дәүләт университетының 100 йыллығына арналған халыҡ-ара конференцияла ҡатнашыусылар йыйыла башланы. Байрам тантаналары Конгресс-холда һәм вуздың үҙендә үтәсәк. Хөрмәтле ҡунаҡтар араһында – РФ Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәғариф буйынса федераль агентлыҡ вәкилдәре, Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттары һәм сит ил университеттары ректорҙары һәм проректорҙары.

– Беҙ Һарытау, Пермь, Екатеринбург, Силәбе, Магнитогорск ҡалаларынан, Латвиянан, Ҡаҙағстандан, Үзбәкстандан коллегаларыбыҙҙы көтәбеҙ. – тине БДУ ректоры Мөхәмәт Харрасов. – Ляонин (Ҡытай) провинцияһының ике университетынан ҙур делегациялар килергә тейеш. Великотырнов университеты (Болгария) һәм Галле университетынан күптәнге партнерҙарыбыҙ килә. Барлығы 500 ҡунаҡ көтәбеҙ.

Улар  “Төбәктәрҙең инновацион мөхитен формалаштырыуҙа классик университеттарҙың роле” халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашасаҡтар. Бынан тыш, М.Ломоносов исемендәге   Мәскәү дәүләт университеты ректоры, академик Виктор Садовничий етәкселегендәге Рәсәйҙең ректорҙар союзы  Өфөлә  классик университеттарҙың уҡыу-методика берекмәһенең президиумы ултырышын үткәрергә ҡарар итте.

Башҡорт дәүләт университетының 100 йыллығына арналған саралар 4 декабрь Конгресс-холда тамамланасаҡ.

Теги: Мәғариф
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть