Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда 19 Александровка ауылы иҫәпләнә

Иҡтисад

“Яндекс” компанияһының аналитика төркөмө үтә ҡыҙыҡлы географик күҙәтеүҙәр яһаған. Рәсәйҙә иң ныҡ таралған ауыл исемдәренең береһе – Александровка.

Башҡортостанда улар 19 иҫәпләнә.  Бындай исемле ауылдар Благовещенда – ике, Ҡырмыҫҡалыла – дүртәү,уларҙың икәүһе 1-се Александровка һәм  2-се Александровка тип йөрөтөлә. Беҙҙә шулай уҡ өс Яңы  Александровка бар.

Республикала Покровка ауылдары ла күп икән, уларҙың һаны шулай уҡ 19. Ирҙәр исеменән барлыҡҡа килгән ауылдар һаны ла байтаҡ: Николаевка (18), Ивановка (15), Дмитриевка (12), Алексеевка һәм Андреевка  (10-шар).

Рәсәйҙә “Яңы”,“Үрге”,“Оло”  ҡушымталы ауылдар һаны “Иҫке”, “Түбәнге”, “Бәләкәй”  ҡушымталыларҙан күберәк.

Беҙҙең илебеҙҙә иң популяр урам исемдәре – Урман, Үҙәк һәм Баҡса урамдары икән. Ә бына һәр ҡалала булған Ленин урамы рейтингтың  ни бары 23-сө юлында ғына булып сыҡты.

Миллиондан ашыу халыҡ йәшәгән ҡалалар араһында Өфө иң иркене икән. Бындай ҡалаларҙың иң тығыҙы – әлбиттә,"резинанан эшләнмәгән" Мәскәү. Бында бер кешегә ни бары 101 квадрат метр тура килә. Иркен Өфөлә бер кеше 698 “квадратҡа” иҫәп тота ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть