5 декабрь, Дүшәмбе

02 декабрь 2009 йыл, 15:58

Кластер сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса Германия тәжрибәһен өйрәнәләр

автор: Эльвира Латипова

Немец белгестәре Башҡортостандың сәнәғәт сәйәсәтен үҙгәртеү стратегияһын эшкәртеүҙә ҡатнаша. Ярашлы концепция проекты һәм уны тормошҡа ашырыу буйынса саралар планы өҫтөндә эшләү БР Хөкүмәтенең Германия Иҡтисад һәм технологиялар министрлығы менән хеҙмәттәшлек итеү юҫығында алып барыла.

Концепцияны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә республиканың сәнәғәт комплексын йылдам үҫтереү, уның конкуренцияға һәләтлелеген күтәреү өсөн уңайлы шарттар булдырылырға тейеш. Кластер структуралары, индустриаль парктар, инвестиция майҙансыҡтары ойоштороласаҡ. Тимәк, сәнәғәт предприятиеларының тулайым төбәк продуктына индергән өлөшө артырға тейеш.

Ошо проект сиктәрендә Башҡортостан делегацияһы эш сәфәре менән ГФР-ға осто. Сәфәрҙең маҡсаты – кластер сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙың Европа тәжрибәһен өйрәнеү,  инвестиция майҙансыҡтары һәм индустриаль парктар өсөн нигеҙ булараҡ ҡаралған Германияның алдынғы предприятиеларында һәм ғилми-тикшеренеү учреждениеларында булыу.

Делегация составында – республика Хөкүмәте, Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институты вәкилдәре, «Баштехинформ» комплексы, «Гидравлика» Өфө агрегат предприятиеһы” федераль дәүләт унитар предприятиеһы етәкселеге һәм башҡалар.

БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, беҙҙең белгестәребеҙ Берлинда, Мекленбургта, Саксонияла һәм Тюрингияла буласаҡ. Атап әйткәндә, Германияның Федераль иҡтисад һәм технологиялар министрлығына, беренсе немец технологиялар үҙәге – «BIG/TIP-технопарк»ка, Фраунгоф производство техникаһы институтына (машиналар эшләү кластеры), BioConValley —һаулыҡ һаҡлау һәм туризм буйынса кластерға, Варнемюнда Технологиялар үҙәгенә, Ағас эшкәртеү технологиялары институтына барыу һәм башҡа саралар планлаштырылған.