Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда “Минең Мостай Кәрим” балалар конкурсы тамамланды

Йәмғиәт

Мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында үткәрелгән “Минең Мостай Кәрим” республика ижади конкурсы тамамланды. Был сараны  Республика һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы ойошторҙо.

Республика һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы  был конкурсты насар күргән һәм һуҡыр балалар өсөн дүртенсе тапҡып үткәрә һәм  традиция буйынса Халыҡ-ара инвалидтар көнөндә, 3 декабрь,  уны йомғаҡлау өсөн  республиканың бөтә төбәктәренән балаларҙы саҡыра. Быйылғы ижади бәйге Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 90 йыл тулыуына арналды.

Ижади бәйге ике этапта үтте: тәүҙә ҡала һәм райондарҙың балалар китапханалары нигеҙендә, һуңынан республика кимәлендә. Икенсе турға балығы 75 эш һайлап алынды. Конкурста ҡатнашыусы 69 баланың 12-һе  төрлө номинацияларҙа еңеүсе тип танылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть